Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡытыусылар,
уҡыусылар, ата-әсәләр һәм сайт ҡунаҡтары!
Һеҙҙе үҙемдең сайтымда күреүемә бик
шатмын. Коллегаларымды эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға саҡырам.
Теләк-тәҡдимдәрегеҙҙе көтөп ҡалам!
Эшләгән урыным: Өфө ҡалаһы ҡала округы «5-се лицей»
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Һөнәрем: юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы
Белемем: юғары, Башҡорт дәүләт университетының
башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты
Педагогик стажым: 8 йыл
Маҡсатым: һәләтле, ижади, белемле, бай рухлы,
мәҙәниәтле шәхес тәрбиәләү
Ҡыҙыҡһыныуҙарым: XX быуаттың тәүге өс тиҫтә
йыллығындағы башҡорт прозаһын һәм ырыуымдың шәжәрәһен өйрәнеү
Яратҡан шөғөлдәрем: Тыуған Башҡортостаныбыҙ буйлап
һәм сит илдәргә сәйәхәт итеү, фото төшөрөү, бейеү
Тормош девизым: һәр саҡ алға барырға, тағы ла
юғарыраҡ бейеклектәр яуларға!