Ата-әсәләргә кәңәштәр

                           

  Хөрмәтле атай-әсәйҙәр!!!
       Туған тел – атай менән әсәйҙең үҙ балаларына  мәңгелек бүләге ул. Ошо бүләктән килер быуындарығыҙҙы  берүк мәхрүм итә күрмәгеҙ!!! Әйҙәгеҙ, халыҡ аҡылына мөрәжәғәт итәйек.  Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә, тиҙәр бит.                  Ысынлап та, тел тураһындағы мәҡәл һәм әйтемдәрҙә, тапҡыр һүҙҙәрҙә ата-бабаларыбыҙҙың меңәр йылдар дауамында тупланған  уй-фекерҙәре, бай тормош тәжрибәһе сағылыш тапҡан. Бына улар – тиңдәшһеҙ хазинаға торошло халыҡ ижадының аҫыл өлгөләрен тәшкил итеүсе мәҡәлдәр:
Теле барҙың юлы бар.
Телдәр белгән – илдәр белгән.
Телле кеше  теле менән ҡош тота.
Телһеҙ кеше – ярты кеше.
Телле һүҙен ике әйтер.
Туған телем – үҙ телем, ҡайҙа барһам – үҙ көнөм.
Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр.
Үҙ телем – үҙ ҡылысым,
Атайҙан ҡалған ҡоросом,
Илдә - көндә тынысым.
Тел – ҡылыс: тейешһеҙ ерҙә тый, тейешле ерҙә ҡый.
Тел ҡылыстан үткер. 
Тел – күңелдең көҙгөһө.
Тел менән әйтмәй, бармаҡ менән төртөп булмай.
Телдең зиннәте – тура һүҙ.
Телдән тел уҙа, ҡулдан ҡул уҙа.
Телдән телең уҙҙырма, ҡулдан ҡулың уҙҙырма.
Һүҙҙән һүҙ уҙа, телдән тел уҙа, ҡулдан ҡул уҙа.
Һүҙҙең ҡанаты бар.
Һүҙе хаҡтың йөҙө аҡ.
Һүҙең үлгәнсе, үҙең үл.
Һүҙен һөйләй белмәгән – үҙенә зыян килтергән.
Һүҙен һөйләй белмәгән – һүҙен үҙенә килтергән,
Эҙен эҙләй белмәгән – эҙен үҙенә килтергән.
Әйтем – һүҙҙең биҙәге, мәҡәл – һүҙҙең еләге.
Ҡарттар һүҙен ҡар баҫмаҫ.
Ҡарттар һүҙен тоҡҡа һал, йәштәр һүҙен янсыҡҡа һал.
Ҡаты күҙҙән тал һына, йомшаҡ һүҙҙән таш һына.
Ҡылыс берҙе үлтергән, тел меңде үлтергән.
Ҡыҫҡалыҡта – оҫталыҡ.
Мең кеше менән эш ит, бер кеше менән кәңәш ит.
Мең ишет, бер һөйлә.
Мәҡәл аҡыллы баштан сыға.
Мәҡәл әйткән – юл өйрәткән, әйтем әйткән – күңел йыуатҡан.
Мәҡәлдә хикмәт булыр.
Мәҡәлле һүҙ – аҡыллы һүҙ, мәҡәлһеҙ һүҙ – тоҙһоҙ аш.
Оло һүҙен бүлдермә.
Оло һүҙен тыңламаған – оролған да бәрелгән.
Оҫта барҙа ҡулың тый, сәсән барҙа телең тый.
Бит күрке – күҙ, тел күрке – һүҙ.
Боронғолар һүҙе китаптан тыш түгел.
Боронғолар әйткән һүҙ китаптың эсендә лә түгел, тышында ла түгел.
Донъяла иң әсе нәмә лә тел, иң сөсө нәмә лә тел.
Донъяны һүҙ биҙәр.
Ил теле им булыр. Иле барҙың теле бар. Яратайыҡ  туған телебеҙҙе!!!

1 комментарий:

  1. Бик фәһемле һүҙҙәр тупланған! Уҡытыусылар өсөн кәрәкле мәғлүмәт! Рәхмәт!!!

    ОтветитьУдалить