Үҙем тураһында




Башҡортомдоң сая ҡыҙы булам,
Яратып та бағам донъяға!
Тыуған ерем минең – алтын бишек,
Йылайырым – тәрән, йор йылға!

Тыуған ерем – Ишмуллалар иле,
Йырсы, ҡурайсылар иле, моң иле!
Фәрит, Азаттарға ҡанат ҡуйған
Ҡөҙрәтле ил, һүнмәҫ дан иле!

Нисә быуын ошо илаһи ер
Ҡотон һаҡлай изге кешеләр!
Ғорурланам! Тағы берәй  ерҙә
Бармы икән улар ишеләр?!

       Мин, Нәҙерғолова Нурзилә Дәүләтгәрәй ҡыҙы, үҙенең ҡурайсылары, йырсылары, шағирҙары менән дан тотҡан йәмле Йылайыр яҡтарында тыуып үҫтем. Халҡымдың бөйөк ҡурайсылары Ишмулла һәм Сәйфулла Дилмөхәмәтовтарҙың һәм  Азат Айытҡоловтың, Башҡортостандың халыҡ артистары Фәрит Бикбулатовтың, Азат Нәҙерғоловтың,  күренекле яугир-шағирҙар Төхфәт Морат менән Әмир Моратовтарҙың да, яҙыусы Мөслим Әбсәләмовтың да кендек ҡаны тамған ер ул – изге Йылайыр ере. Илем, ерем, телем, тип янған тағы әллә күпме яҡташтарым бар минең: Хәйҙәр Тапаҡов, Сәлмән һәм Азат Ярмуллиндар, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева һәм башҡалар...      Бәләкәй сағымдан уҡ ошо яҡташтарымдың ижадына һоҡланып, улар менән ғорурланып үҫтем мин...
   Үҙем уҡытыусылар династияһынан булам. Атайым Нәҙерғолов Дәүләтгәрәй Хөсәйен улы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, музыка уҡытыусыһы.  Әсәйем Нәҙерғолова Мәҙинә Ғәйнетдин ҡыҙы – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты еңеүсеһе. Улар икеһе лә хеҙмәт ветерандары. Ғаиләбеҙҙең генә дөйөм педагогик стажы 80 йылға яҡын.
        Атайым яғынан да, әсәйем яғынан да уҡытыусылар бихисап. Мәҫәлән, атайым яғынан ҡараһаҡ,  филология фәндәре докторы Нәҙерғолов Миңлеғәли Хөсәйен улы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рөстәм Шәриповты ҡурайҙа уйнарға өйрәткән педагог Нәҙерғолов Рәжәп Хөсәйен улы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары Нәҙерғолов Яхъя Ғибат улы, Нәҙерғолов Ғәле Яхъя улы, Ғибаҙуллина Әлфиә Яхъя ҡыҙы, Моратов Әмир Фәттәх улы, Биктимерова Хәмдиә Ғиниәт ҡыҙы һәм башҡалар. Яугир-шағир Төхфәт Морат та (Моратов Төхфәт Фәттәхетдин улы) башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, методист булған, «Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге» өсөн күп материалдар йыйып тапшырған...
       Әсәйем яғынан да уҡытыусылар күп. Улар араһында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары Баязитова Мәғзүрә Ғаяз ҡыҙы, Хәсәнова Зөһрә Ғаяз ҡыҙы,  «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты еңеүсеһе Юнысова Зәлифә Ғәйнетдин ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф алдынғылары Исламғолова Нәзирә Мөжәүир ҡыҙы, Әхмәтйәнова Мәзүнә Ғаяз ҡыҙы, Ғәҙелшина Наилә Хәкимйән ҡыҙы, Ураҙгилдина Айгөл Ғәйнетдин ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһында уңышлы эшләп йөрөүсе инглиз теле уҡытыусыһы Ишкилдина Дилбәр Мәжит ҡыҙы һәм башҡалар бар. Өлкән быуын уҡытыусыларынан  Исламғолова Ғәфүрә Әфтәх ҡыҙы һәм Исламғолова Мәхмүзә Әфтәх ҡыҙы күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Таңсулпан Ғарипованы  Баймаҡ районының Түбә һәм Күсей мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡандар.
       Ғөмүмән алғанда, әсәйемдең дә йырлы-моңло, шағир-яҙыусыларға бай төбәктән булыуы минең яҙмышымда ҙур роль уйнаны. Ул Баймаҡ районы Күсей ауылынан. Тәүге «Әлифба»авторы, педагогия фәндәре кандидаты, Ушинский миҙалы кавалеры Абдрахман Ғәлләмов, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары шағир Абдулхаҡ Игебаев һәм яҙыусы Таңсулпан Ғарипова, шағир Батыр Вәлид (Күсей эргәһендәге Тоҡтағол ауылынан), Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зифа Баязитова, күренекле балетмейстер Йәүҙәт Бикбирҙин, донъялағы тәүге һәм әлегә берҙән-бер Ҡурай һәйкәленең авторы Миҙхәт Байрамғолов һәм башҡа бик күп билдәле кешеләр сыҡҡан Күсейҙән. Улар менән дә ихлас  күңелдән ғорурланам мин!    





1 комментарий:

  1. Шәп!!!! Афарин!!!!! Гел шулай алдынғылар рәтендә булығыҙ!!!!!!!!!

    ОтветитьУдалить