Нәҙерғоловтар шәжәрәһе




Мин Түңгәүер ҡыҙы булам,
Ярым ай минең тамғам.
Ерек ағасын үҙ итеп,
Шыҡырыҡлай һайыҫҡан.
Ораныбыҙ Ҡуңғырат
Яуға әйҙәп саҡырған!

Күп көс һалып төҙөнөм
Ырыуым шәжәрәһен.
Күренекле шәхестәре
Күтәрә дәрәжәһән.

Илем тиеп көрәшкәндәр,
Йәлләмәгәндәр көсөн.
Нәҙерғолдар «таш йоҙроҡ» тип
Аталған шуның өсөн.

Арабыҙҙа бар эшҡыуар,
Уҡытыусы, ҡурайсы.
Миңлеғәли беҙҙең ғалим
Хәҙер фәндәр докторы.

Рәжәп менән Дәүләткирәй
Үләндән көй сығара.
Илгиз, Азат ҡушылһалар,
Ҡурайҙан моң ағыла.

Атай йортонда Йыһаннур
Туғандарын саҡыра.
Нәҙерғолдар йыйылғанда
Үҙе ҙур концерт була.

«Башҡорт Чапайы» тигәндәр
Һибәтулла улы Яъяны.
Йор һүҙле, тапҡыр булғанға,
Хөрмәт иткәндәр уны.

80-се һөнәрселек
Училищеһын асҡас,
Тәүге директоры булған
Ышанысты аҡлағас.

Бөгөн был уҡыу йортон
Етәкләй уның улы.
Атҡаҙанған уҡытыусы
Ғәле Яхыя улы.

Мин ғорурмын илем менән,
Ғорурмын телем менән.
Илен, телен данға күмер
Ырыуҙаштарым минең!





1 комментарий: